Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:41 - Изге Яҙма

41 Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең исемең хаҡына алыҫ илдән килһә,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:41
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен.


Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең тураһында ишетеп ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,


Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең хаҡына алыҫ илдән килһә һәм ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,


Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.


Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡанун да, йолалар ҙа бер.


Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын.


Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙ башы ярҙам һорап килде.


Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, сит ер кешеһенән башҡалары кире килмәнеме ни? – тип һораны.


Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине.


Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.


Боғаз уға: – Ирең үлгәндән һуң ҡәйнәңде нисек баҡҡаныңды миңә һөйләнеләр, атай-әсәйеңде, тыуған илеңде ҡалдырып, бығаса үҙең белмәгән-күрмәгән халыҡ араһында йәшәргә килгәнһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ