37 Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,
халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,
бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә.
«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».
Йырлау яҡшы иртәнсәк мөхәббәтеңде, Иғлан ҡылыу яҡшы кистәрен тоғролоғоңдо.
Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине.
Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.
Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.
Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –
Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.