33 Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һинең хозурыңа боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып Һиңә үтенһә,
күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына Үҙең биргән илгә кире ҡайтар.
улар унда, үҙҙәрен әсиргә алғандарҙың илендә бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,
үҙҙәрен әсир иткән дошмандарының илендә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,
Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан.
Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.
Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.
Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.
Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.
Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.
Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.
Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам?