31 Әгәр берәү яҡынына ҡарата гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнһә һәм ант итер өсөн ошо ҡорамға килһә, ҡорбан усағың алдында ғәйепһеҙмен тип ант итһә,
күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.
Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.
Әгәр ҙә берәйһе ниндәй ҙә булһа эште күрһә йәки шул турала ишетеп белһә, әммә шаһиттарҙы ләғнәтләү ҡурҡынысы аҫтында хөкөмгә саҡырғанға хәбәрҙар булып та шаһитлыҡ итмәһә, ул ошо ғәйебенең язаһын күтәрер.
Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде.