28 Эй Раббым Аллам, бөгөн ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.
Эй Раббым Аллам, ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.
Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Йырсылар етәксеһенә: тынлы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Раббы, Аһ-зарымды ишет!
Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села
былай тип доға ҡылды:
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:
Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?
Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.