27 Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.
Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Тауҙар һарыҡ тәкәләре һымаҡ, Түбәләр бәрәстәй һикереште.
Эй күктәрҙең асманы, Раббыны маҡта! Күктәрҙән юғарылағы һыуҙар, Дан йырлағыҙ Уға!
Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй,
Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең өсөнсө ҡатына тиклем күтәреп алынды.
Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.
Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы;
Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.