26 Эй Исраилдың Аллаһы, инде ҡолоңа – атайым Дауытҡа – әйткән һүҙҙәрең ғәмәлгә ашһа ине!
– Эй Исраил Аллаһы Раббы! Юғарыла – күктә лә, түбәндә – ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – тине. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп, хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Хәҙер инде, эй Раббым, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр.
Атайым Дауытҡа биргән вәғәҙәң артабан да үтәлә күрһен, Раббым Аллам. Һин мине ерҙәге туҙан һымаҡ күп һанлы халыҡ өҫтөнән батша итеп ҡуйҙың.
һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.
Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!
Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең.
Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.
– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.