Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:20 - Изге Яҙма

20 Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:20
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.


«Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине.


Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:


уның йөрәге Һиңә ҡарата тоғро икәнен күреп, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, йевусиҙәр, гиргашиҙәр ерен уның тоҡомона бирер өсөн Ибраһим менән килешеү төҙөнөң. Һин Үҙ һүҙеңдә торҙоң, сөнки Һин ғәҙелһең.


Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Мәгәр был йортто Аллаға Сөләймән һалған.


Алланың биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашыра алырына ныҡ ышанды.


Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.


Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ