Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нахон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китте лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, Алла һандығын тотоп ҡалды.


Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.


Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар.


Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта.


Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна.


Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя.


Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.


Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра.


Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башлағандан һуң, етенсе айҙа, бар халыҡ бер кешеләй булып Йәрүсәлимдә йыйылды.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр!


Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».


Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ.


Ул исраилдарҙы – аҡһаҡалдарын, ырыу башлыҡтарын, хөкөмдарҙарын, етәкселәрҙе саҡырып алды ла уларға былай тине: – Минең йәшем етте, инде ҡартайҙым.


Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бына Мин, һайлап алып, Сионда баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташын һалам. Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ