9 Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны.
Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар.
Шуға оҡшатып, үҙенә йәшәр өсөн тағы бер йорт төҙөттө. Әлеге йорт Хөкөм залының артындағы ихатала урынлашҡайны. Сөләймән үҙенең ҡатыны – фирғәүендең ҡыҙы өсөн дә тап шундай уҡ йорт һалдырҙы.