43 ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк;
Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны.
бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше;
бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны;
Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;