39 Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы.
Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны.
Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы:
Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың көньяҡ-көнсығышына ҡуйҙырта.
Тағы ун киҫмәк яһап, бишеһен баҡыр диңгеҙҙең уң, бишеһен һул яғына ҡуйҙыра. Был һауыттарҙа тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар, диңгеҙ иһә ҡаһиндар йыуыныр өсөн тәғәйенләнгән була.
Ҡағиҙәгә ярашлы, алтындан ун шәмдәл эшләтә һәм ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ултырттыра.
Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Алла ҡорамының хазина келәтенә ҡуя.