34 Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған.
Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан.
Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы.
Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине.