33 Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы.
Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым.
Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған.
Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине.
Тәгәрмәстәренең туғыны бейек һәм ҡурҡыныс. Дүртеһенең дә туғыны бик күп күҙҙәр менән ҡапланған.