Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 7:29 - Изге Яҙма

29 Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 7:29
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.


Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.


Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине.


Ул таяуҙар былай эшләнде: уларҙың ян-яҡтары рам эсенә алынған ине.


Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан.


Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә.


Һандыҡ ҡапҡасының ике осона алтындан сүкеп ике кируб эшләне.


Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.


Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ