26 Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ине.
Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.
Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.
Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты.
Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине.
Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине.
Хирам һәр береһенең бейеклеге – өс, оҙонлоғо – дүрт, киңлеге дүрт терһәк булған ун баҡыр таяу эшләне.
Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны.
Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы өс мең бат була.
Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшлә һәм уны алтын менән ҡаймала.
Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине.
Эфа менән бат бер үк үлсәмдә булһын. Бат – бер хомерҙың ундан бер өлөшөн, эфа ла хомерҙың ундан бер өлөшөн тәшкил итһен. Икеһенең дә үлсәме хомерға ҡарата булһын.
Зәйтүн майына килгәндә: һәр кор зәйтүн майынан баттың ундан бер өлөшөн бирегеҙ. Бер кор, хомер кеүек үк, ун бат тәшкил итә.