Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 7:25 - Изге Яҙма

25 Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 7:25
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ине.


бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны;


Ахаз батша киҫмәктәр ҡуйылған таяуҙарҙың тирәстәрен һындырып ташлатты, уларҙың өҫтөндәге йыуынғыстарҙы алдырҙы. Баҡырҙан яһалған үгеҙ һындары өҫтөндә торған «диңгеҙ» тип аталған һауытты төшөрөп, таш нигеҙ өҫтөнә ҡуйҙырҙы.


Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине.


Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Муса ҡанунында былай тип яҙылған бит: «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ