20 Бағана башындағы таждарҙы биҙәгән селтәр эргәһендәге һикәлтәнең өҫтөндә рәт-рәт итеп ике йөҙ анар емеше эшләнгәйне.
Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине.
бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше;
Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, башындағы тажының бейеклеге өс терһәк булып, таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә – барыһы ла баҡырҙан ҡойолған ине; селтәр менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны.
Сылбырҙар эшләтеп, шуларҙы бағаналарҙың башына уратып һалдыра, йөҙәр дана анар яһатып, сылбырҙарҙың өҫтөнә теҙҙертә.
Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине.