15 Хирам ике баҡыр бағана ҡойҙорҙо. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, әйләнәһе – бау менән үлсәгәндә – ун ике терһәк тәшкил итә.
Бағаналар өҫтөнә ҡуйыр өсөн, баҡырҙан ике таж ҡойҙо, ул таждарҙың бейеклеге биш терһәк булды.
Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз тип атаны.
ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр;
Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар.
Һададғәзәрҙең Тивхаҫ һәм Кун тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрә. Аҙаҡ шул баҡырҙан Сөләймән Алла йорто өсөн диңгеҙ тип аталған ҙур баҡыр һауыт һәм бағаналар, баҡыр һауыт-һаба эшләтә.
Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең түрәләрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргән ваҡытта алып китмәгән бағаналар, баҡыр диңгеҙ, таяуҙар һәм башҡа әйберҙәр тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти.
Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.
Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, барлыҡ баҡырын Бабилға оҙаттылар.
Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине.
Айуандың киңлеге егерме терһәк булып, оҙонлоғо ун ике терһәк ине. Уға ун баҫҡыс буйлап күтәрелергә. Айуанға ингән ерҙә ике яҡтан да бағаналар янында берәр колонна тора ине.