10 Йорттарҙың нигеҙенә оҙонлоғо ун терһәк һәм һигеҙ терһәк булған ҙур, затлы таштар һалынды.
Нигеҙ өҫтөндә кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән затлы таштар һәм кедр бүрәнәләр ине.
Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны.
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Эй дауылдарҙан туҡмалған, Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала! Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям, Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам.