Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 6:9 - Изге Яҙма

9 Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 6:9
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне.


Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө.


Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.


Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине.


Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.


Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы.


Муса Сатырҙы һәм ҡорбан усағын уратып, ихата ҡорҙо, ихата ҡапҡаһына ҡорма элде. Шулай итеп, Муса эшен тамамланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ