35 Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты.
Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.
Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине.
Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды.
Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ине.
Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы.
сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар,
филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була.
Күккә тиклем күтәрмәгеҙ! Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем.
Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.
ундағы тәҙрәләр, айуан, хөрмә ағасы һүрәттәре көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаныҡы кеүек ине; ҡапҡаға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан.