34 Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине.
Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.
Шунан Сөләймәнгә былай тип яуап ебәрҙе: «Хәбәреңде алдым. Күпме кәрәк булһа, шул ҡәҙәр кедр һәм кипарис бирермен.
Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте.
Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты.