33 Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте.
Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине.
Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.
Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине.
һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш.
Ҡорам залының ишек яңаҡтары дүрткел булып, Иң мөҡәддәс урындыҡы ла нәҡ шулай ине.