Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 6:29 - Изге Яҙма

29 Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 6:29
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды.


Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты.


Эске һәм тышҡы бүлмәләрҙең иҙәне алтын менән ҡапланды.


Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты.


Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә.


Ул залдың һайғауҙарын, тупһаларын, ишектәрен, диуарҙарын да алтын менән көпләтә, диуарҙарына кируб һүрәттәре ырып яһата.


Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре!


Күккә тиклем күтәрмәгеҙ! Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем.


Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.


Эш башлаған оҫталар Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшләне. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылып, уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелгәйне.


Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ