28 Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты.
Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.
Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.