Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 6:27 - Изге Яҙма

27 Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 6:27
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Икеһенең дә бейеклеге ун терһәк ине.


Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты.


Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.


Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора ине.


Ике кирубтың йәйелгән ҡанаттары бергә барыһы егерме терһәк тәшкил иткән була. Йәнәш торған ике кирубтың һәр ҡанаты егерме терһәк оҙонлоғонда булып, береһе – диуарға, икенсеһе остары менән икенсе кирубтың ҡанат осона тейеп тора.


Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора.


Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.


Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ