26 Икеһенең дә бейеклеге ун терһәк ине.
Ике кирубтың да ҙурлығы һәм рәүеше бер ине.
Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.