Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 6:1 - Изге Яҙма

1 Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 6:1
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыға бағышланған был ҡорамдың буйы – алтмыш, иңе – егерме, ә бейеклеге утыҙ терһәк ине.


Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны.


Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.


Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була.


Бына Сөләймән һалған Алла ҡорамының нигеҙ үлсәмдәре: буйы боронғо үлсәмгә күрә – алтмыш терһәк, иңе – егерме терһәк.


Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған.


Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


Бынан һуң ул кеше мине ҡорам залына алып инде һәм ингән ерҙәге диуарҙарҙы үлсәне – һәр ике яҡтан да уларҙың ҡалынлығы алты терһәк ине.


Тауға сығып ағас әҙерләгеҙ, Минең күңелемә хуш килерлек, Мине данларлыҡ йорт төҙөгөҙ, – Раббы шулай тип белдерә. –


Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр.


Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:


Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.


Мәгәр был йортто Аллаға Сөләймән һалған.


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ инде үҙегеҙгә тәғәйен түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын.


Ибраһим, рәссамы ла, төҙөүсеһе лә Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көтөп алған.


Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Ҡаһины булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ