Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 5:7 - Изге Яҙма

7 Сөләймәндең хәбәрен ишетеп, Хирам бик ҡыуанды: – Был ишле халыҡҡа идара итеү өсөн Дауытҡа шул тиклем аҡыллы ул биргән Раббы мөбәрәк булһын! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 5:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла мәрхәмәте менән бирелгән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.


«Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Исраилдың бөтә төбәктәрендә Сөләймәндең ун ике өлкә башлығы бар ине. Улар батшаға һәм уның һарайына аҙыҡ-түлек килтерә торғайны. Һәр ҡайһыһы йылына бер ай буйы һарайҙы ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш ине.


Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ».


Шунан Сөләймәнгә былай тип яуап ебәрҙе: «Хәбәреңде алдым. Күпме кәрәк булһа, шул ҡәҙәр кедр һәм кипарис бирермен.


Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.


Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.


Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.


Аҡыллы ул – атаға һөйөнөс, ахмаҡ ул – әсәһен хурлар.


Тәүфиҡлы баланың атаһы ҡыуаныр, аҡыл эйәһенә ғүмер биреүсе шатланыр.


Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ