Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 5:17 - Изге Яҙма

17 Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 5:17
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар.


– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Һиңәме ни Мин төйәкләнер йортто һалырға?


Ҡорам төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы сығарылған урынында уҡ юнып килтерҙеләр. Төҙөлөш барышында ҡорамдың үҙендә сүкеш һәм балта кеүек бер ниндәй ҙә тимер ҡоралдың тауышы сыҡманы.


Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны.


Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя.


Әммә миңә Раббы һүҙе булды: «Һин бик күп ҡан ҡойҙоң, ҙур һуғыштар алып барҙың. Ер йөҙөндә Минең алдымда бик күп ҡан ҡойғанға күрә, һин Минең исемем өсөн йортто төҙөргә тейеш түгелһең.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ