32 Сөләймән өс мең мәҡәл яҙып ҡалдырҙы, мең дә биш йыр сығарҙы.
Ул Ливандағы кедр ағасынан алып таш ҡоймала үҫеп сыҡҡан майағасҡа тиклем һәр үҫемлек хаҡында, йәнлектәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, балыҡтар тураһында һөйләй ала торғайны.
Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.
Былары ла Сөләймән батшаның хикмәттәре. Уларҙы Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың кешеләре йыйнап алып һаҡлаған.
Бынан ғәйре, улым, шунан һаҡлан: китап яҙыусыларҙың иҫәбе юҡ, күп уҡыу тәнде талсыҡтыра.
Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.
Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».