Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 4:29 - Изге Яҙма

29 Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 4:29
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.


Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ