26 Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине.
Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.
Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы.
Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө.
Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра.
Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра.
Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.