Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 4:13 - Изге Яҙма

13 Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 4:13
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы үҙенең ярандарына: – Ғилғәд Рамоҫының беҙҙеке икәнен беләһегеҙме? Нишләп беҙ бер нәмә лә эшләмәйбеҙ? Нишләп уны Арам батшаһының ҡулынан кире тартып алмайбыҙ? – тине.


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.


Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.


Батҡаҡтан һөйрәкләп сығар мине, Миңә батырға ихтыяр ҡуйма; Нәфрәт тотҡан бәндәләрҙән, Тәрән һыуҙарҙан ҡотолоп ҡалайымсы.


Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны.


Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк.


Ул саҡта беҙ Ғоғтың барлыҡ ҡалаларын яулап алдыҡ. Беҙ ҡулға төшөрмәгән бер генә ҡалаһы ла ҡалманы. Башан батшалығында беҙ Ғоғтың алтмыш ҡалаһын, Аргов төбәген тулыһынса алдыҡ.


Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ.


Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды.


Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан.


Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ