11 Сөләймәндең ҡыҙы Тафаҫҡа өйләнгән Бен-Авинадав – бөтә Нафаҫ-Дорҙа;
Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа;
Хасор батшаһы Явин, был хәлдәр тураһында ишеткәс, Мадон батшаһы Йовавҡа, Шимрон һәм Ахшаф батшаларына,
төньяҡта – тауҙарҙа һәм Ғарава тигеҙлегенә, Киннереҫ күленән көньяҡта, Шефелала һәм көнбайышта – Нафоҫ-Дорҙа идара иткән батшаларға сапҡындар ебәрҙе.
Нафаҫ-Дорҙағы Дор батшаһы, Галилеялағы Гоим батшаһы,
Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.
Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.
Улар килгәс, Әлиавты күреп: «Раббының мәсихе ошолор, моғайын», – тип уйланы.
Ишай Авинадавты Шемуил алдынан үткәрҙе. Шемуил: – Раббы быныһын да һайламаны, – тине.
Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил.