8 Инде ҡолоң Һин Үҙеңә һайлап алған халыҡтың, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк халыҡтың араһында.
Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.
Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.
Дауыт Йоавҡа һәм халыҡтың түрәләренә: – Барығыҙ, Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойора.
Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.
Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.