27 Шунда батша ҡарарын иғлан итте: – Баланы үлтермәгеҙ! Беренсе ҡатынға бирегеҙ, сабыйҙың әсәһе – ул, – тине.
Сабыйын йәлләүҙән йөрәге һыҙлаған ысын әсә: – Эй хакимым! Тере баланы уға бирегеҙ, тик, зинһар, үлтерә күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы. Икенсе ҡатын иһә: – Икегә бүлегеҙ әйҙә, уға ла, миңә лә булмаһын, – тине.
Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.