Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 3:26 - Изге Яҙма

26 Сабыйын йәлләүҙән йөрәге һыҙлаған ысын әсә: – Эй хакимым! Тере баланы уға бирегеҙ, тик, зинһар, үлтерә күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы. Икенсе ҡатын иһә: – Икегә бүлегеҙ әйҙә, уға ла, миңә лә булмаһын, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 3:26
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.


– Тере баланы икегә бүлеп, яртыһын береһенә, яртыһын икенсеһенә тоттороғоҙ, – тип бойорҙо батша.


Шунда батша ҡарарын иғлан итте: – Баланы үлтермәгеҙ! Беренсе ҡатынға бирегеҙ, сабыйҙың әсәһе – ул, – тине.


Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты.


Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Әгәр Мәсихтә йыуаныс табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ