Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:6 - Изге Яҙма

6 Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:6
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.


Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


Ахав хәбәр ебәреп бөтә Исраил халҡын һәм пәйғәмбәрҙәрҙе Кармәл тауына йыйҙы.


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте.


Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.


Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен, ҡаһиндарын, уға табынған бөтә кешеләрҙе саҡырығыҙ. Береһе лә ҡалмаһын. Мин Бәғелгә оло ҡорбан салам. Килмәй ҡалғандар тере ҡалмаясаҡ. Был хәйлә ине. Ошо юл менән Йеһу Бәғелгә табыныусыларҙың барыһын да ҡырып бөтөрөргә уйланы.


– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.


Әллә мин был илде тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ