53 Ул Бәғелгә табынды, уға хеҙмәт итте һәм, атаһының яҙыҡ ғәмәлдәрен ҡабатлап, Исраил Аллаһы Раббыны ныҡ асыуландырҙы.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.
Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
– Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен.
Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.
Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә.
Ул ғәрәсәтте туҡтата, Тулҡындар шунда уҡ тыныслана.
Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.
Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.