50 Йеһошафат вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм бабаһы Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылынды. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултырҙы.
Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.
Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.
Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Ахав үлеп, ата-бабаларына ҡушылды. Урынына улы Ахазъяһ батша булды.
Шул осорҙа Ахав улы Ахазъяһ Йеһошафатҡа: «Караптарыңда һинекеләр менән бергә минең кешеләрем дә барһын», – тип тәҡдим иткәйне, әммә Йеһошафат риза булмағайны.
Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра.