Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:5 - Изге Яҙма

5 Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:5
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына яуға бараһыңмы? – тип һораны. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуапланы Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың, минең аттарым – һинең аттарың.


Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Раббы фәрештәһе Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә былай тине: – Тор, Самария батшаһының илселәренә ҡаршы бар ҙа: «Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һеҙ һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа китеп бараһығыҙ? – тип әйт. –


– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.


Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


– Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде?


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.


Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


Исраил ғәскәре Гивға тирәләй боҫҡон ҡорҙо.


Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.


Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.


Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ