Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:49 - Изге Яҙма

49 Шул осорҙа Ахав улы Ахазъяһ Йеһошафатҡа: «Караптарыңда һинекеләр менән бергә минең кешеләрем дә барһын», – тип тәҡдим иткәйне, әммә Йеһошафат риза булмағайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:49
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.


Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.


Йеһошафат вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм бабаһы Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылынды. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултырҙы.


Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте.


Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәрен Сөләймәндең кешеләре менән бергә караптарҙа ебәрҙе.


Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.


Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә.


Кеше яҡынының ғүмерен йолом түләп ҡотҡара алмаҫ, Һис кем Аллаға ғүмер өсөн етерлек түләй алмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ