39 Ахавтың башҡа ғәмәлдәре, фил һөйәгенән һалдырған һарайы, ул төҙөгән барлыҡ ҡалалар тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһатты һәм уны тап-таҙа алтын менән көпләтте.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды.
Надавтың башҡа бөтә ғәмәлдәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Зимриҙең башҡа эштәре, уның нисек фетнә ойошторғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Бағшаның башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ахав үлеп, ата-бабаларына ҡушылды. Урынына улы Ахазъяһ батша булды.
Ахазъяһтың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Шаллумдың башҡа ғәмәлдәре, уның фетнә ойоштороуы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села
Дедандар һинең менән сауҙалашты. Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте. Һинән алғандарға яуап итеп, Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе.
Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.
Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен, Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы, Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», – тип белдерә Раббы.
Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;