35 Көслө алыш көнө буйы дауам итте. Батшаға яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килде. Уның яраһынан арба эсенә ҡан аҡты. Кискә табан батша йән бирҙе.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.
– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне.
Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.
Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.
Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.
Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.