2 Өсөнсө йылды Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Исраил батшаһы Ахавҡа килде.
Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы.
Өс йыл буйы Арам менән Исраил араһында һуғыш булманы.
Исраил батшаһы Ахавтың дүртенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһошафат Аса улы ултырҙы.
Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.
Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.