Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 22:17 - Изге Яҙма

17 Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 22:17
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.


Шул сағында һәр кем аусы эҙәрләгән ғәзәл, Көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ һымаҡ, Үҙ халҡы янына йүгерер, Үҙенең еренә ҡасыр.


һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.


Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.


Эй Ашшур батшаһы, Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған, Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан, Халҡың тауҙарға таралған, Йыйып алыр кешең ҡалмаған.


Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй.


Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:


халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.


Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ