15 Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.
Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
– Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.
Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.
– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.
Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.
Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.
Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.
Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?
Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.
Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.