14 – Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.
– Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.
Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай тине: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра.
Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?
Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.
Йермеяһ пәйғәмбәр уларға: – Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам.
Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.
Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.
Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.
Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.
Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.
Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.